«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Байрамға оло бүләк



11.05.2012 Байрамға оло бүләк

Еңеү байрамы алдынан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт иткән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Шевченко фатир туйланы.
Фронтовик, тормош иптәше һәм ҡыҙы вафат булғас, йортһоҙ тороп ҡала. Кесе ҡыҙы уны Благовещен ҡалаһынан 70 саҡрым алыҫлыҡта булған ауылға алып ҡайта. Ветеран һыуыҡ йортта ике йыл йәшәй. Торлаҡ һорап, чиновниктарҙың туп­һаларын тапау ҙа бер ниндәй һөҙөмтә бирмәй. Аптыраған яугир В. Путиндың йәмәғәт ҡабул итеү бүл­мәһенә мөрәжәғәт итә. Мәсьәлә тиҙ арала хәл ителә. Ошо көндәрҙә Николай Аксентовичҡа күптән кө­төлгән фатир асҡысы тапшырылды. Ветеран үҙен торлаҡлы иткәндәре өсөн шәхсән Владимир Пу­тинға рәхмәтле. „Бөйөк Еңеү байрамына ошонан да ҙурыраҡ бүләкте күҙ алдына килтерә алманым”, – ти Николай Шевченко.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға