«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Фажиғәһеҙ йәшәп буламы?



04.05.2012 Фажиғәһеҙ йәшәп буламы?

Нижегородка өлкәһендә боеприпастар шартланы.
Боеприпастар тирәләй фажиғә беҙгә таныш инде, Иглин районындағы Урман ауылында былтыр апрелдә булған хәлде онотмаған­һығыҙҙыр.
Өлкәнең Мулино хәрби полигонында шаршамбыла яңғырай шартлау. Бында боеприпастар бушат­ҡанда хәүефһеҙлек техникаһы боҙол­ған, тип баралар. Алты хәрби һәләк булған, тағы ла дүртәүһе йәрәхәтләнгән. Әлеге кеүек күренештәр, Генераль прокуратура тарафынан асыҡланыуынса, айырыу­са 2011 йылда йыш булған.
Әле шартлау урынына күпләп тикшереүселәр бригадалары килә. Сөнки ун саҡрым радиуста һәр метр­ҙы ентекле ҡарап сығырға кәрәк.
Әйткәндәй, танкыға ҡаршы идара итә торған ракеталарҙы (ПТУР) утилләштерергә килтергән булғандар. Һалдаттар уларҙы машинанан бушатҡанда электрониканың эшләп китеү ихтималлығы тикшерелә. Ракеталар армия складында бик оҙаҡ – 40 йыллап ятҡан. Әлбиттә, фараздар күп. Уларҙың ҡайһыһы дөрөҫ икәнен тикшереүҙәр һөҙөмтәһе асыҡланғас ҡына белергә мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға