«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан иң яҡшы ун төбәк иҫәбендә



04.05.2012 Башҡортостан иң яҡшы ун төбәк иҫәбендә

Республикабыҙ йылытыу миҙгелен үткәреү буйынса Рәсәйҙең бөтә субъекттары араһында унынсы урын алды.
2011 – 2012 йылғы көҙгө-ҡышҡы миҙгел буйынса төбәктәр рейтингын Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы әҙерләгән. Бында ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙерлек буйынса башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелегенә баһа бирелә.
Рейтингыла беренсе урында – Мәскәү, икенселә – Воронеж өлкәһе. Ростов өлкәһе властары өсөнсө урында килә.
Татарстан 13-сө баҫҡысты биләй, Пермь крайы – 18-се, Силәбе өлкәһе –32-се, ә Ырымбур өлкәһе – 68-се урында.
Рейтингыны төҙөгәндә федераль ведомство төбәктәрҙең мәғлүмәттәрҙе ваҡытында биреүен һәм улар­ҙың асыҡлығын иҫәпкә алған. Йәшәйеште тәьмин итеү системаларындағы аварияларҙың иҫәбе һәм уларҙы бөтөрөү ваҡыты, яғыу­лыҡ запасы һәм электр менән тәьмин итеү өсөн резерв сығанаҡтар булыуына ла ҙур әһәмиәт бирелгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға