04.05.2012 Юбилей тураһында Указ
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «2012 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты федераль дәүләт бюджет учреждениеһының 80 йыллығына арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү тураһында» Указға ҡул ҡуйҙы.
Республика башлығы саралар исемлеген, уларҙы ойоштороу һәм үткәреү буйынса республика ойоштороу комитетының составын раҫларға ҡушты. Уның составына Президент Хакимиәте, Хөкүмәт, министрлыҡтар, ведомстволар, ғилми учреждениелар, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы вәкилдәре индерелгән.
Указға ярашлы, юбилей сараларын үткәреүгә бәйле бөтә сығымдар учреждение средстволары һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә финансланырға тейеш.