«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Инеү бушлай



04.05.2012 Инеү бушлай

Беҙҙең республикала һаҡ­лау­ға алынған тәбиғәт территорияларына инеү өсөн билдәләнгән ҡағиҙәләр үҙгәрҙе.
Хәҙер ҡандракүл һәм Асылыкүл территорияларына инеү өсөн аҡса түләтелмәйәсәк. Ошо хаҡтағы ҡарарға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте башлығы ҡул ҡуйҙы. Ошо көнгә тиклем был күлдәр территорияһына инергә теләгәндәр бер машинаға − 200, автобус­ҡа 400 һум аҡса түләй ине. Фотоға, видеоға төшөрөү ҙә бушлай буласаҡ. Элек профессиональ фотоға төшөрөү өсөн көнөнә 1000 һум аҡса кәрәк ине. Быйыл башҡа төрлө хеҙмәттәргә лә прайс­тың хаҡы үҙгәрәсәк. Ял иткәндә ҡуртымға палатка йәки матрас алыу өсөн тәбиғәт ҡурсаулығының хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин буласаҡ.

Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға