27.04.2012 Үҙәк һайлау комиссияһы журналистарға рәхмәт белдерҙе
Һәр сәйәси ваҡиға республиканың киң мәғлүмәт сараларында әүҙем яҡтыртыла. Марттағы һайлауҙар ҙа – ошо иҫәптә. Ошо көндәрҙә БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һәм уның урынбаҫарҙары, комиссия секретары журналистар менән осрашып, үткән һайлау һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне, киләһе һайлауҙар хаҡында мәғлүмәт бирҙе һәм мөһим сәйәси кампанияға әҙерлекте, ошо сара барышын яҡшы яҡтыртҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостандың йәштәр баҫмалары ла илдә булған барлыҡ яңылыҡтарҙы үҙ уҡыусыларына еткерергә тырыша. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова «Йәшлек», «Өмет», «Молодежная газета» редакциялары етәкселәре менән осрашып, бөгөн комиссияның нимә менән шөғөлләнеүе хаҡында бәйән итте.
Үткән йылдың декабрендәге Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау алдынан да, мартта ил Президентын һайлау ваҡытында ла йәштәр гәзиттәрендә Үҙәк һайлау комиссияһы менән берлектә йәш һайлаусылар өсөн викториналар ойошторолғайны. Бында, әйтергә кәрәк, өлкән һайлаусылар ҙа әүҙем ҡатнашты. Был йәштәр баҫмаларының электоратты ҡыҙыҡһындыра алыуынан киләлер.
Киләсәктә лә аңлашып эшләргә килешеп, Марина Долматова, баҫмаларҙың баш мөхәррирҙәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.