27.04.2012 “Татлыҡай” сәселә башланы
Быйыл Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө 67 мең гектар майҙанда сәселәсәк. Ауыл хужалығы белгестәре был культура үҫәсәк майҙанды республика буйынса биш процентҡа арттырырға булған. Ошондай уҡ тенденция киләһе йылда ла дауам итәсәк.
Әйткәндәй, быйыл шәкәр сөгөлдөрө менән көнбағышты ғәҙәттәгенән ике-өс аҙнаға иртәрәк сәсә башланылар. Был ерҙең алданыраҡ йылынып өлгөрөүе менән бәйле. Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко билдәләүенсә, шәкәр сөгөлдөрө төбәктә иң күп килем килтергән культура булып ҡала. Республикала эшләгән дүрт шәкәр заводын сеймал менән тәьмин итеү өсөн беҙҙә 67 – 68 мең гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрө үҫтерелергә тейеш.
Шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш сәсеү буйынса Благовар, Миәкә райондары алда бара. Башҡа райондарҙа ла эш әүҙемләшә. Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре ике сменала тир түгә, шуға ла эш ырай.