«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Республика башлығы Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты



27.04.2012 Республика башлығы Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов РФ Дәүләт Советының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты. Кремль һарайының Георгий залында үткән ултырыш­ҡа Хөкүмәт ағзалары, төбәк етәкселәре, РФ Президенты Хакимиәте етәкселеге, парламенттың ике палатаһы рәйестәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар саҡырылды.
Ултырышты Дмитрий Медведев үткәрҙе. Һөйләшеүҙә Рәсәйҙә иҡтисади үҫеш тенденциялары, халыҡты социаль яҡлау, эшһеҙлек, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, модернизация, демографик сәйәсәт мәсьә­ләләре ҡаралды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға