27.04.2012 Президент Дәүләт Думаһы Рәйесе менән осрашты
24 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов РФ Дәүләт Йыйылышының Дәүләт Думаһы Рәйесе Сергей Нарышкин менән осрашты. Һөйләшеүҙә Рәсәйҙә, шул иҫәптән төбәк ҡануниәтендә закондар базаһын үҫтереү, Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш перспективалары мәсьәләләре ҡаралды.
Осрашыуҙа шулай уҡ көҙгөһөн Дәүләт Думаһы спикерының Башҡортостанға эш сәфәре менән килеүе тураһында һөйләшеп килешелде.