«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



24.04.2012 Донъя яңылыҡтары

Һаман таша йылғалар

Донъя яңылыҡтарыРәсәйҙә ташҡын дауам итә, әле 2,4 мең йорт һыу аҫтында ҡалған.
РФ Ғә­ҙәт­тән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бынан тыш, 1,4 мең баҡса участкаһы ла ташҡындан зыян күргән. Һыу баҫыу ҡурҡынысы Яҡутстанға, Приморье, Хабаровск, Красноярск крайҙарына, Иркутск өлкәһенә янай.

Ауыл хакимиәтенә лә – грант
РФ Ауыл хужалығы министрлығы ауыл халҡының тормош-көнкүрешен яҡшыртыу маҡсатында урындағы инициативаларҙы яҡлау өсөн грант бүлеү мәсьәләһен тикшерә.
Иң яҡшы ҡалаға грант булдырыл­ған кеүек, киләсәктә төҙөклөгө, әүҙемлеге менән айырылып торған ауыл хакимиәттәрен билдәләү буйынса конкурстар ойоштороласаҡ. Бүленгән аҡсаны хакимиәттәр үҙҙәренә тотона ала.

Тинлектәрҙең кәрәге юҡ

РФ Үҙәк банкыһы хеҙмәткәрҙәре Хөкүмәткә, Рәсәй Думаһына 1 тинлек һәм 5 тинлек аҡсаны әйләнештән алыу тәҡдиме менән сыҡҡан.
Үҙәк банк рәйесенең беренсе урынбаҫары Геор­гий Лунтовский: “Беҙ тинлектәрҙе күпләп сығарабыҙ, әммә улар кассаға кире ҡайтмай. Хаҡтар артыу менән улар ҡулланыусыһын юғалтты”, − тигән фекер белдергән. Баҡтиһәң, банкыларға тинлектәр иҡтисади яҡтан файҙа килтермәй икән.

Мәшәҡәттәр кәмейәсәк

РФ Хөкүмәте халыҡты социаль яҡлау тураһындағы законға үҙгәрештәр индергән ҡарар ҡабул итте.
Документ инвалидлыҡ юллау процесын, ҡараусыһын юғалтҡан хәрбиҙәр ғаиләләренең йорттарын ремонтлау тәртибе ҡағиҙәләрен ябайлаштыра. Бынан тыш, ул социаль хеҙмәттәр менән ҡулланыу өсөн халыҡты әллә күпме белешмә ҡағыҙы йыйыу мәшәҡәтенән азат итә. Хәҙер ведомстволар мәғлүмәтте бер-береһенән аласаҡ.

Тау илендә тыныс түгел

Билдәһеҙҙәр Дағстандағы контроль-тикшереү пунктында Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре хәрбиҙәренә һөжүм иткән.
Енәйәтсе­ләр­ҙең бе­рәү­һе үлтерелгән. Көс структураларынан зыян күреүселәр юҡ. Полиция хеҙмәткәрҙәре ВАЗ − 2109 автомобилен тикшереү өсөн туҡтат­ҡан була. Уларға ҡаршы автомобиль эсенән шунда уҡ ут асҡандар.

Иркутскиҙа йәнә ҡыш

Иркутск халыҡ-ара аэропорты, көслө ел менән ҡар яуыу сәбәпле, үҙ эшен туҡтатҡан.
Өлкәлә 27 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған. Көн торошоноң ҡапыл үҙгәреүе арҡаһында юл тығындарын булдырмау маҡсатында федераль трасса ла ваҡытлыса ябылған.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға