24.04.2012 «Рәсәй сәйәсәте мәктәбе» – матур башланғыс»
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда «Рәсәй сәйәсәте мәктәбе»нең сығарылыш уҡыусылары менән осрашты. БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай залына проекттың өс сығарылышы – барлығы йөҙләгән кеше йыйылды. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, «Рәсәй сәйәсәте мәктәбе» кеүек проект республика өсөн юғары кимәлдәге белгестәр әҙерләргә тейеш.
Башҡортостан Президенты республиканың әлеге ваҡытта ҡатмарлы осор кисереүен, дәғүәселек шарттарында үҙенең үҫеш вариантын эҙләү стадияһында булыуын билдәләне.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, «Рәсәй сәйәсәте мәктәбе» – матур башланғыс. Уның сығарылыш уҡыусылары араһында проекттары дәүләт кимәлендә яҡлау тапҡан кешеләр ҙә, башҡарма власть органдарында, партия структураларында эшләүселәр ҙә бар.
Осрашыу барышында Рөстәм Хәмитовҡа һәм ҡунаҡтарға иң яҡшы проекттарҙың презентацияһын тәҡдим иттеләр. Улар – «Тәмәкеһеҙ республика», «Стартҡа хоҡуҡ – ғәмәлдә», «Башҡортостан Республикаһының Халыҡ хөкүмәте», «Ауыл халҡы өсөн медицина-диагностика үҙәге» һәм «Һәүәҫкәр хоккей лигаһы».