20.04.2012 “Кәзә билеты” ни хаҡ?
Өфө ҡалаһының Ок-тябрь, Орджоникидзе һәм Калинин райондарын курьерлаған хәрби-медицина комиссияһы ағзаһы, 30 йәшлек ир тиҙ генә байығырға теләй. Ул 170 мең һумға ике егетте әрме хеҙмәтенән азат итергә вәғәҙә итә. Был хәбәр полицияға мәғлүм була. Табип ришүәт алған саҡта уларға эләгә. Әлеге мәлдә был иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡарала.
Егеттәрҙең береһе һаулығы буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ булһа ла, табип уны, был диагноз менән алалар, тип ышандыра. Ә үҙе билдәле суммаға уға “ярҙам итә” алыуы хаҡында еткерә. Өмөт иткән аҡса кеҫәһенә инеп ятҡас, табип егеткә законлы белешмәһен тоттора.
Әгәр ҙә хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар ошондай юҫыҡтағы тәҡдимгә юлыҡһа, шундуҡ полицияға хәбәр итһен ине.