«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



05.10.2010 Донъя яңылыҡтары

ҡытай – беренсе
Донъя яңылыҡтарыҡытай иҡтисад үҫеше буйынса донъя кимәлендә беренсе урынға сыҡты.
Был ҡаҙаныш 11-се биш йыллыҡ һөҙөмтәләренән сығып ирешелгән. Әле йыл тамамланмаһа ла, күршеләребеҙҙең «һикереше» күҙгә күренеп тора, тип баһалайҙар. Һуңғы биш йыллыҡ барышында ҡытайҙа тәбиғәт бәләләре күп кенә була. Ошо иҫәптә – 2008 йылда Сычуань провинцияһындағы емергес ер тетрәүҙәр. Шуға ҡарамаҫтан, уңыштарға ирешелә. 2010 йылдың тәүге яртыһында ил иҡтисады 11,1 процентҡа үҫә. Бының өсөн, бәлки, рәсәйҙәргә рәхмәт әйтергә кәрәктер? Сөнки беҙҙең кейенгән-ҡулланғаныбыҙ шул ҡытай тауарҙары түгелме ни?

Рәсәй ял итергә ярата

Октябрь яңы башланһа ла, киләһе көндәрҙе әллә күпме алдан күҙаллап ҡуйҙыҡ.
Ил етәкселегенең яңы йылда күпме байрам итәсәгебеҙҙе һанауына ишара был.
2011 йылдың ғинуарында тәүге ун көндә бөтөнләй эш күрмәйәсәкбеҙ. Байрамдарҙы киң билдәләргә яратҡан рәсәйҙәрҙән барыбер файҙа юҡ, тигәндәрҙер, ахыры. РФ Хеҙмәт кодексы буйынса, 1-нән 5-енә тиклем ял көндәре һанала, сөнки 2-һе һәм 3-ө, шәмбе, йәкшәмбегә тура килгән өсөн, 6-һы һәм 8-енә күсерелә (шаршамбы менән йомаға), ә 7-һе – былай ҙа байрам көнө. Шулай һуҙыла инде ун көнгә. Ошолай оҙон ял 2012 йыл башында ла буласағын быйыл уҡ билдәләп ҡуйғандар, унан һуңғы йылда 30 декабрҙән 8 ғинуарғаса ял итәсәкбеҙ. Ғөмүмән, ял һәм байрам көндәре беҙҙә кәмемәй әле – шуныһы шатлыҡ.

Лондон метроһы ябыла

Бөйөк Британияның баш ҡалаһында транспорт хаосы көтөлә – 10 меңдән ашыу метро эшсеһе аслыҡ иғлан итә.
Сәбәбе – эштән ҡыҫҡартыуҙар. Метро етәкселеге хеҙмәткәрҙәренең күпселегенә ошолай янай икән. Һөҙөмтә – ҡала халҡы өсөн ҡот осҡос. Барыһын да метро эшләмәгән хәлдә урамдарҙа нимә буласағы борсой. Лондон властары иһә өҫтәмә автобустар сығармаҡсы. Аслыҡ иғлан итеүселәр белдереүенсә, уларҙың талаптары үтәлмәһә, ноябрҙә тағы ошондай акция ойошторасаҡтар. Әлдә Өфөбөҙҙә метро юҡ. Ер аҫтында йөрөүсе поезд пассажирҙарының барыһы бер юлы өҫкә «ҡалҡып» сыҡһа, былай ҙа тығын урамдарҙа тапаш булыр ине, валлаһи.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға