17.04.2012 Һинең шәхси тормошоңа берәү ҙә ҡыҫылмаҫ
Бөгөн Рәсәйҙең Гражданлыҡ кодексы үҙгәрештәр кисерә. Рәсәй халҡының шәхси тормошон нисек һаҡлаясаҡтар? Күршеләр үҙ-ара килешмәй, судҡа барып етмәһен өсөн нимә эшләргә? Бына ошондай һорауҙарға яуап яңы законда яңыса буласаҡ.
Бынан ары кешенең ризалығынан башҡа уның тураһында мәғлүмәт йыйыусыларҙың яуапҡа тарттырылыуы бар. «Нимә ул шәхси тормош?» тигән һорауға яуап та бирелгән. Шулай уҡ ер участкаларына ҡағылышлы үҙгәрештәргә лә иғтибар итергә кәрәк. Был бигерәк тә күршеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенә ҡағыла. Кемдең ҡоймаһы дөрөҫ ҡуйылмаған йә йорто икенсеһенекенә үтә яҡын тигәндәй.