«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ябай граждандарҙың проблемаһын хәл итеүҙән властың абруйы арта



17.04.2012 Ябай граждандарҙың проблемаһын хәл итеүҙән властың абруйы арта

БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Вик­тор Пчелинцев БР Прези­денты Хакимиәтендә граждандарҙы ҡабул итте. ҡабул итеүгә яҙылған граждандар төрлө һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итте. Атап әйткәндә, эш хаҡы буйынса бурыстар, кешеләрҙе иҫке торлаҡтан күсереү, ер пайҙары менән махинациялар һәм коллектив хужалыҡтарҙа баш­ҡа тәртип боҙоуҙар, фермер хужалыҡтарына һәм эшкә урынлаштырыу буйынса ярҙам күрһәтеү кеүек мәсьәләләр күтәрелде. ҡа­бул ителеүгә яҙылыусылар араһында өфөләр генә түгел, Салауат, Ауырғазы, Дәүлә­кән, Шиш­мә, Стәр­лебаш, Краснокама райондарынан да мөрәжәғәт итеүселәр бар.
Иң тәүге мөрәжәғәт «Са­лауат тимербетон заводы» асыҡ акционерҙар йәм­ғиәте эшселәренә эш хаҡы түләмәү мәсьәләһенә арналды. Бында 225 кеше 2008 – 2009 йылдарға эш хаҡы алмаған, ә заводтың дөйөм бурысы 13 млн һум тәшкил итә.
– Хәл ҡатмарлы, әммә унан сығыу өсөн бөтә механизмдарҙы ла ҡулланырға кәрәк, – тине Виктор Пчелинцев эшселәрҙең һорауына.
Артабанғы һорау торлаҡ мәсьәләһенә ҡағылды. Өфө ҡалаһынан йәш балалы ғаилә ауыр хәлдә ҡалған. Улар иҫке йортта һыуһыҙ, газһыҙ йәшәй. Төҙөлөш ойошмаһы вәғәҙә иткән торлаҡ майҙанын һаман бирмәй көттөрә.
ҡабул итеүгә килгән граждандарҙы бөлгөнлөккә төшкән коллектив хужалыҡтар­ҙағы хәл дә борсоуға һала. Ауырғазы һәм Стәрлебаш райондарынан килгән вәкилдәр малсылыҡ фермаларының юҡҡа сығыуы, сүп үләне баҫҡан баҫыуҙар хаҡындағы уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты. Шишмә районының Келәш ауылынан мөрәжәғәт итеүселәр иһә ер пайҙары буйынса килеп тыуған мәсьә­ләне күтәрҙе. Ауыл халҡы уны шәхси милек итеп теркәтә алмай интегә.
Өс сәғәт эсендә Виктор Пчелинцев ундан ашыу гражданды ҡабул итеп өлгөр­ҙө. Һәр осраҡта мәсьә­ләнең айышына төшөнөргә һәм хәл итеү юлдарын табыр­ға тырышты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға