«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



17.04.2012 Донъя яңылыҡтары

Арктика һаҡ аҫтында
РФ Федераль именлек хеҙмәтенең Сик буйы хеҙмәте етәксеһе Владимир Проничев белдереүенсә, Арктикала төньяҡ сиктәрҙе һәм Төньяк диңгеҙ юлын контролдә тотоу өсөн Рәсәйҙә 20 погранзастава булдырыласаҡ.
Заставаларҙа 15 − 20 сик буйы һаҡсыһы торасаҡ. Улар Арктикалағы хәлде контролдә тотасаҡ һәм мәңгелек боҙлоҡта һәләкәткә тарыусылар­ға ярҙам итәсәк.

Сикләүҙәр индерелде

16 апрелдән Әзербайжан, Тажикстан, Үзбәкстандан килеүсе пассажирҙарҙың багаждарында үҫемлекселек продукцияһын Рә­сәйгә индереү тыйылды.
Ведомствонан аңлатма биреүҙәренсә, был сара карантин маҡсатында индерелгән. Үҫемлекселек продукцияһы фитосанитар сертификаты булғанда, халыҡ-ара һәм Рәсәй фитосанитар талаптарына яуап биргәндә генә күмәртәләп индерелә ала.

Рәсәй менән бергә көрәшә

ҡырғыҙстанда наркотиктарға ҡаршы көрәш хеҙмәте 2009 йылда ҡыҫҡартылғайны.
Сираттағы сәйәси түңкәрелештән һуң власҡа яңы етәкселек килгәс, 2010 йылда ул яңынан тергеҙелде. Бөгөн Ресәй был ведомствоға кадр­ҙар менән дә, финанс йәһәттән дә ярҙам итә. Һуңғы ваҡытта ғына наркотиктарға ҡаршы көрәшкә 6,5 млн доллар аҡса бүлгән. 2001 йыл менән сағыштырғанда, Афғанстанда хәҙер 40 тапҡыр күберәк наркотик етештерелә, ә ҡырғыҙстан – наркотрафик юлында тәүге форпост.

Йәшәү минимумы арта

Рәсәйҙә тәүге кварталда 1,4 процент инфляция булғанда йәшәү минимумы 1,6 процентҡа артасаҡ.
Эшкә һәләтле халыҡ өсөн ул минимум – 6,8 мең, пенсионерҙар өсөн − 4,9 мең, балаларға 6,1 мең һум буласаҡ. Йәшәү минимумы квартал һайын билдәләнә. Уның күләме илдә социаль сәйәсәтте һәм федераль социаль программаларҙы тормошҡа ашырғанда халыҡтың йәшәү кимәлен билдәләү өсөн кәрәк.

Тотҡондар бола ойошторған

Иркутскиҙағы Плишкино колонияларының береһендә 30 тотҡон һуғыш ойошторған.
Иркенән мәхрүм ителгән ике кеше, тән йәрәхәттәре алып, дауаханаға эләккән. 15 апрелдә ғәҙәттән тыш хәл урынына ГУФСИН начальнигы Павел Радченко килгән. Ул ыҙғыш тыуҙырыусылар менән әңгәмәләшкәндән һуң уларҙың төрмә етәкселегенә бер ниндәй ҙә талаптар белдермәүе тураһында әйткән. Тотҡондарға ҡарата физик көс ҡулланылмағас, махсус подразделениелар саҡырылмаған. Шул уҡ ваҡытта колонияға 25 машинала кешеләр килеп, уның биләмәһенә инергә маташҡан.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға