«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Килем алһаң – һалым түлә



13.04.2012 Килем алһаң – һалым түлә

Федераль һалым хеҙмәте Рәсәй контролдә тотҡан оффшор компанияларында тәртип урынлаштыра башланы.
Оффшор компаниялары тигәндә, бер илдә теркәлеп, хужалығын икенсе илдә алып барған ойошмаларҙы күҙ уңында тоторға кәрәк. ҡағиҙә булараҡ, бындай компанияларҙан һалым түгел, суммаһы алдан билдәләнгән йыллыҡ түләүҙәрҙе генә алалар.
Быға тиклем оффшор компаниялары менән эшләгән эшҡыуарҙар, дөрөҫөрәге, ошондай компаниялар­ға аҡса күсереүселәр, килемгә һалынған һалымды түләүҙән ҡаса ине. Сөнки бухгалтерия бындай компанияға күскән аҡсаны килем түгел, ә сығым итеп документлаштыра. Хәҙер был башбашташлыҡты бөтөрөргә ниәтләйҙәр. Эшҡыуарҙар оффшор компанияларға күсергән аҡсаһы өсөн дә һалым түләйәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға