«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



13.04.2012 Өс һөйләм менән

Республиканың ауыл хужалығы предприятиеларында 17 мең тоннанан ашыу ашлама тупланған. Аграрийҙар яҙғы баҫыу эштәре осоронда сәсеүлектәргә 46,2 мең тонна минераль ашлама индерергә тейеш. Тәүгеләрҙән булып Күгәрсен, Мәләүез райондары ашлама запасын ҡуллана башланы, унда күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыуға төштөләр.

Өфө районының «Алексеев­ский» совхозында «Рәсәй теплицалары» ассоциацияһының Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтәсәк. Бында ил кимәлендә теплица шарттарында продукция үҫтереү мәсьә­ләләре ҡарала. Төрлө төбәктәрҙән йыйылған белгестәр, Рәсәйҙә эре хужалыҡ булараҡ, беҙҙең предприятиеның да эш тәжрибәһе менән танышасаҡ.

Башҡортостанда яңы һунар миҙгеле 21 апрелдә асыла. Тап ошо көндән ата өйрәктәргә, вальд­шнептарға, ҡаҙ, ҡор һәм һуйырҙарға һунар рөхсәт ителәсәк. Әйткәндәй, иҫке һунарсы билеттарын берҙәм федераль өлгөләге документтарға алмаштырыу 2012 йылдың 1 июленә тиклем дауам итә.

Федераль йыһан агентлығы («Роскосмос») Космонавтика көнө алдынан Башҡорт дәүләт университеты базаһында Йыһан хеҙмәттәре инновация-белем биреү үҙәген асты. Бындай үҙәктәр Пермь крайында, Татарстанда, Һамар, Киров, Нижегородка өлкәләрендә бар. Федераль йыһан агентлығының тулы хоҡуҡлы вәкиле Вячеслав Безбородов һүҙҙәренсә, төп маҡсат – төбәктәрҙә берҙәм мәғлүмәт-навигация киңлеге өсөн нигеҙ булдырыу, төрлө йүнәлештәге мәғлүмәтте бер урында туплау.

Башҡорт дәүләт медицина университетында студенттарҙың сумкаларын «таҙартып» йөрөүсене тотҡандар. 29 йәшлек кеҫә буры ҡыҙҙарҙың сумкаларын һиҙҙермәйенсә генә асып, янсыҡтарын урлаған. Енәйәтсе ысын «оҫта» булып сыҡҡан – быға тиклем дә урлашҡаны өсөн ике тапҡыр хөкөм ителгән.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға