«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Башҡорт халҡының тарихы”ның яңы томдары сыҡты



10.04.2012 “Башҡорт халҡының тарихы”ның яңы томдары сыҡты

Үткәне булмаған халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр. Күптән түгел башҡорт тарихы яңы һулыш алды. РФ Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ошо көндәрҙә “Башҡорт халҡының тарихы” китабының өсөнсө, дүртенсе, алтынсы томдары донъя күрҙе. Уның исем туйы Конгресс-холда үтте. Сарала китап авторҙары, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашты.
“Башҡорт халҡының тарихы” өҫтөндә эш 2006 йылдан алып барыла. Бынан өс йыл элек башҡорт тарихын боронғо дәүер­ҙән алып IV быуатҡа тиклем яҡтырт­ҡан беренсе том сыҡты. Икенсе том үҙ эсенә V – XVI йөҙ йыллыҡтың беренсе яртыһын ала, өсөнсөһө – XVI быуаттың икенсе яртыһынан XVIII быуатҡа тиклем, дүртенсеһе – XIX быуат, бишенсеһе – 1900 – 1940, алтынсыһы – 1941 – 1985 йылдар, етенсеһе 1985 йылдан XXI быуат башына тиклемге тарихты байҡай.
XVI быуаттың икенсе яртыһынан алып XVIII быуатҡа тиклем булған тарихи ваҡиғаларҙы яҡтыртҡан өсөнсө том башҡорттарҙың үҙ теләге менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуы, уларҙың XVII – XVIII быуаттағы Рәсәй һуғыштарында ҡатнашыуы, башҡа күрше халыҡтар менән мөнәсәбәте, төбәктең социаль-иҡтисади яҡтан үҫеше, башҡорт халыҡ ихтилалдары, 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышы, халҡыбыҙҙың бөйөк улы Салауат Юлаев тормошо тураһында бәйән итә.
Дүртенсе том XIX быуатҡа арнал­ған. Алтынсы том иң ауыр осорҙар­ҙың береһе – 1945 – 1985 йылдар­ға бағышланған. Бөйөк Ватан һуғышы, һуғыштан һуңғы осорҙа сәнәғәт үҫеше, ауыл халҡының ҡалаға күсеүе, мәҙәниәт үҫеше мәсьәләләре күрһәтелгән.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: өс томда ла тәүгә ҡулланылған архив документтары бар. ҡалған икенсе һәм етенсе томдар быйыл баҫылып сығасаҡ.
Ф. ТҮЛӘКОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға