«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Партиялар үрсерме икән?



10.04.2012 Партиялар үрсерме икән?

«Сәйәси партиялар тураһында» 95-се Федераль законға (2001 йылдың 11 июлендә ҡабул ителгән) үҙгәрештәр 4 апрелдә үҙ көсөнә инде.
Уға ярашлы, партияны теркәү өсөн унда ағза булып тороусылар һаны элеккесә 40 мең кеше түгел, ә 500 булһа ла етә. Яңы закон буйынса РФ Юстиция министрлығы партияны теркәүгә ҡапыл ғына ҡаршы була алмай. Тәүҙә бирелгән документтарҙағы хаталар күрһәтелә, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә рекомендациялар яҙыла. Бының өсөн өс ай ваҡыт бирелә.
Закон нормаһында ҡаралғанса, партияны «ағзалары әҙ булыу сәбәпле» юҡҡа сығарыу ҙа ярамай. Шул уҡ ваҡытта, әгәр фирҡә биш йыл рәттән һайлауҙарҙа ҡатнашмаһа, тарҡатыу тураһында ҡарар ҡабул ителергә мөмкин.
Яңы партияның исеме элек теркәлгәндәрҙекенә йә ижтимағи ойошмаларҙыҡына оҡшаш булһа, уны теркәүҙән баш тартасаҡтар.
Фирҡәләр Үҙәк һайлау комиссияһына быға тиклем булғанса йыл һайын түгел, ә өс йылға бер тапҡыр сығымдар-керемдәр хаҡында отчет биреп барырға бурыслы.
Әлегә Юстиция министрлығына, теркәү һорап, 82 ғариза килгән. Алдан күҙаллауса, партиялар ҡапыл ғына ныҡ артып, ҡайһыһына инергә белмәй ҡаңғырып йөрөрбөҙмө икән?
Әйткәндәй, теркәү тәртибе ябайлаштырылыу менән ҡыҙыҡ хәлдәр башланған да инде – ғариза менән мөрәжәғәт итеүселәр араһында ялған «Хаҡ эштәр союзы», Пенсионерҙар партияһы, Про­хоровтың буласаҡ партияһына исем һайлау конкурсында ишетелеп ҡалған «Яңы Рәсәй», «Азат Рәсәй», «Рәсәйҙең либераль партияһы» исемле ойошмалар бар.
Ул ғына ла түгел. Мәҫәлән, Кремлгә, Президент Дмитрий Медведев менән осрашыуға килеүсе әлегә теркәлмәгән ойошмалар, хәрәкәттәр араһында «Рәсәйҙе тергеҙеү партияһы» («Партия возрождения России») кеүек исеме ҡолаҡҡа ятышлырағы менән бер рәттән, «Изге Русь», «Субтропик Рәсәй», Пираттар партияһы исемлеләренең лидерҙары ла булған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға