«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Cоциаль ғәҙеллек тергеҙелә



06.04.2012 Cоциаль ғәҙеллек тергеҙелә

РФ Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа «Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 56-сы статья­һына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы Федераль закон проектын ҡабул итте. Унда әйтелеүенсә, бушлай ер участкаһы алыуға мөмкинлек бирелгән күп балалы ғаиләләрҙең социаль найм килешеүе буйынса торлаҡ алыуға хоҡуғы һаҡланасаҡ.
Бығаса йорт төҙөүгә ер участкаһы бирелгән күп балалы ғаиләләр һәм өс һәм унан да күберәк балаһы булған граждандар социаль найм килешеүе буйынса торлаҡ алыуға мохтаждар иҫәбенән төшөп ҡала торғайны. Шулай итеп, ил парламенты яҡланмаған халыҡ ҡатламына ҡараған һәм торлаҡ шарттарын үҙ аллы яҡшырта алмаған ғаиләләргә ҡарата социаль ғәҙеллекте тергеҙҙе. Депутаттар фекеренсә, күп балалы ғаиләләрҙең, шул иҫәптән йәш ғаиләләрҙең лайыҡлы шарттарҙа йәшәүен тәьмин итеү илдәге демографик хәлгә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының 2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата әҙерләнгән мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда күп балалы 33,7 мең ғаилә йәшәй, уларҙа 112 мең бала тәрбиәләнә. 2011 йылда республика бюджетынан был категорияға ҡараған граждандар­ҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә 100 миллион һум аҡса бүленгән, был иһә 42 ғаиләне торлаҡ менән тәьмин итеү мөмкинлеге биргән. Торлаҡ сертификаты буйынса социаль түләүҙәрҙең уртаса күләме 2 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға