03.04.2012 Президент Күгәрсен һәм Мәләүез райондарына барҙы
Күгәрсен районында республика башлығы «Октябрь» йәмғиәтенең йәнлек фермаһының эшмәкәрлеге менән танышты. Мәҡсүт ауылында урынлашҡан предприятие 2005 йылда барлыҡҡа килә. Быйылдан унда ҡиммәтле тиреле йәнлектәр үрсетелә башлай.
Бөгөн махсус ситлектәрҙә 125 төлкө, 625 аҡ төлкө, 600 кеш аҫрала. Тиҙҙән 1200 баш шәшке килтерәсәктәр. Эшмәкәрлектең яңы йүнәлешенә 150 миллион һум аҡса инвестицияланған. Алдағы өс йылда тағы ла 400 миллион һум самаһы аҡса һалыу күҙаллана. 2018 йылға бында йәнлектәр һаны 40 меңгә етәсәк. Был йылына 200 меңләп тире әҙерләү мөмкинлеге бирәсәк.
Рөстәм Хәмитов йәнлектәрҙе үрсетеү, тире эшкәртеү технологияһы менән ҡыҙыҡһынды, һатыу юлдары хаҡында һорашты.
Мәҡсүттә республика башлығы урындағы амбулаторияға ла килде, унда «Земство табибы» программаһына ярашлы өс йәш белгескә тәғәйен килешеү тапшырҙы. Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы предприятиеһы күрһәткестәре менән дә танышты.
Мәләүездә Президент Вокзал урамындағы торлаҡ йортта барған реконструкция эштәрен ҡараны. Ике ҡатлы йортҡа өҫтәп, тағы ике ҡат төҙөлә башлаған һәм эштәр туҡталған булған. Республика башлығы бында йәшәүселәр менән аралашып, урындағы етәкселеккә йорт яны биләмәһен төҙөкләндереүгә, спорт майҙансығына иғтибар итергә ҡушты. Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов, был ҡалала әлеге йорттан алыҫ булмаған магазинға инеп, урындағы етештереүселәрҙең продукцияһы булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды, Мәләүез тауарҙарына өҫтөнлөк бирергә саҡырҙы.