«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде



30.03.2012 Хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Корея делегацияһы менән осрашты. Сит ил ҡунаҡтарының рәсми төркөмөн «Групп Лоттэ» компанияһы идараһы ағзаһы О Бо Енг етәкләй.
Константин Толкачев билдәләүенсә, Башҡортостан тәбиғи ресурстарға бай һәм Корея менән хеҙмәттәшлек итеү, алдынғы Корея технологияларын ҡулланыу беҙҙең өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙән һанала. Республика парламенты спикеры сит ил делегацияһын бөгөн Башҡортостанда ғәмәлдә булған ҡануниәт системаһына иғтибар итергә саҡырҙы. Бында иң элек инвестициялар йәлеп итеү өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыусы закондар сығарыу нормалары күҙ уңында тотола.
Ике яҡ та төҙөлөш, төҙөкләндереү, электр техникаһы етештереү, мәғлүмәт технологиялары өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Кореянан килгән ҡунаҡтар Константин Толкачевҡа йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға