«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сығымдар арта. һөҙөмтә булырмы?



30.03.2012 Сығымдар арта. һөҙөмтә булырмы?

– Республикалағы торлаҡ фондының 43 процентына бөгөндән капиталь ремонт талап ителә, – тине Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа «Власть менән һөйләшеү» программаһы барышында Баш­ҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин.
Сергей Афонин билдәләүенсә, торлаҡ-коммуналь тармаҡҡа сығымдар быйыл уҙған йылдар­ҙағынан күпкә артҡан.
– Башҡортостанда быйыл торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа биш миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ, – тине ул. – Был аҡсаның дүрт миллиард һумы – республика бюджеты средстволары.
Быйыл бер нисә республика программаһы өҫтәмә финанслау аласаҡ. Атап әйткәндә, урамдар­ҙы яҡтыртыу системаһын яңыртыу­ға аҡса ике тапҡырға күберәк бүленә. Был программа ярҙамында ҡала һәм ауылдарҙа кисен урамда йөрөү хәүефһеҙлеге арта. Былтыр ошо маҡсатта 95 миллион һум аҡса тотонолған. Быйыл иһә 222 миллион һум алыу­ға рөхсәт бар.
Лифттарҙы алмаштырыуға ла аҡса күберәк бүленәсәк. Билдәле булыуынса, бер лифтты алмаштырыу хаҡы миллион ярым һум тәшкил итә. Лифт йортта йәшәүселәр­ҙең уртаҡ мөлкәте булғанға күрә уны алмаштырыу өсөн милекселәрҙең аҡсаһы файҙаланырға тейеш ине.
Федераль Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондын реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволарынан тыш, республиканың адреслы программаһы буйынса торлаҡҡа капиталь ремонт үткәреүгә 300 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Быйыл коммуналь машиналар паркын яңыртыуға 700 миллион һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ. Был аҡса Башҡортостандың бөтә райондарына ла барып етергә тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға