27.03.2012 Почта тиҙерәк йөрөйәсәк
Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы етәкселеге Көньяҡ Урал райондарына почта ташыу өсөн тимер юл транспортын автомобиль транспортына алмаштырырға ҡарар итте.
Был, төбәккә корреспонденция һәм почта йөгөн ташыу ваҡытын ҡыҫҡартыуҙан тыш, «Рәсәй почтаһы» дәүләт унитар предприятиеһы филиалының сығымдарын кәметергә лә мөмкинлек бирә.
Белорет, Сибай, Баймаҡ ҡалаларына, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән һәм Учалы райондарына почта ташыу 50 йыл буйына тимер юл аша, «Өфө – Сибай» поезының почта вагоны ярҙамында тормошҡа ашырылған. Проект әле ғәмәлгә ашырылыу өҫтөндә. Почта элемтәһе идаралығы өҫтәмә маршруттар һалырға, почта бәйләнешен һөҙөмтәлерәк итеүҙең уңайлы юлдарын табырға ниәтләй. Әлеге сараларҙың халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек биреүенә шик юҡ. Был «Рәсәй почтаһы» өсөн – төп маҡсат.