27.03.2012 Ерҙе хосусилаштырыу ваҡыты оҙайтыла
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» БР законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын хупланы.
Был документҡа ярашлы, ағымдағы йылдың 1 июленә тиклем граждандар бер тапҡыр бушлай бирелә торған ер участкаларын – пайҙарын (2012 йылдың ғинуарына тиклем раҫланған исемлек буйынса) хосусилаштыра ала.
2010 йылда сығарылған ер пайҙары хаҡындағы закон буйынса хосусилаштырыу ошо йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтылғайны, әлегәсә исемлектәр раҫланыу өҫтөндә.