«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Туризмға яңы һулыш



23.03.2012 Туризмға яңы һулыш

Туризмға яңы һулышМәскәүҙә үткән Етенсе халыҡ-ара «Интурмаркет − 2012» туристик күргәҙмәһендә ил баш ҡалаһының Туризм, ҡунаҡхана хужалығы буйынса комитеты менән Башҡортостандың Эш-ҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостан Республикаһының РФ Прези­денты ҡарамағындағы даими вәкиллеге тарафынан эске туризмды үҫтереүҙә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөлдө.
Был документтың маҡсаты – эске туризм үҫеше процесында идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн берлектә эш алып барыу.
Башҡортостандың Эшҡыуар­лыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, әлеге килешеүгә ҡул ҡуйыуҙың әһәмиәтен Мәскәү яғынан да, республикала ла берҙәй яҡшы аңлайҙар. Был ике яҡтың иҡтисады өсөн дә мөһим.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға