«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Урындағы хакимиәттәр инвестиция йәлеп итергә өйрәнәсәк



23.03.2012 Урындағы хакимиәттәр инвестиция йәлеп итергә өйрәнәсәк

Башҡортостанда хакимиәттәр башлыҡтарын уларҙың ҡарамағында булған район һәм ҡалаларға инвестициялар йәлеп итергә өйрәтәсәктәр. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов муниципалитет етәкселәре өсөн семинар үткәрергә тәҡдим итте.
– Әлеге ваҡытта республика төбәктең инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу буйынса саралар күрә, инвесторҙарҙың килеменә һәм милкенә һалым һалыу буйынса ташламаларҙы закон нигеҙендә нығыта. Федераль һәм халыҡ-ара кимәлдә иҡтисади мөмкинлектәрҙең презентацияһын ойоштора. Ә урындарҙа инвесторҙар элеккесә йыш ҡына ҡаршылыҡтарға осрай, – тип белдер­ҙе Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында. – Эшҡыуарҙар урындарҙа административ ҡаршылыҡтар осрау­ға йыш зарлана. Бер урында һөйләшеүҙәр оҙаҡҡа һуҙылған, икенсеһендә ябай мәсьәләләр айҙар буйына хәл ителә, кешеләр бер нисә йыл буйы инвестициялау шарттары тураһында килешеүгә өлгәшә алмай, үҙ эштәрен башлау өсөн рөхсәт ала алмай.
Муниципаль берәмектәр башлыҡтары «мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе яһалма рәүештә тотҡарлау»ға, шулай уҡ был өлкәлә башҡа төрлө ҡағиҙә боҙоуҙарға ҡаршы ҡаты көрәш алып барырға тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға