23.03.2012 Тағы «Метро» сауҙа үҙәге буласаҡ
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «МЕТРО Кэш энд Керри» компанияһының генераль директоры Йерун де Гроот менән осрашты. Осрашыуҙа Өфөлә «МЕТРО Кэш энд Керри» компанияһының икенсе сауҙа үҙәген төҙөү, шулай уҡ предприятиеның урындағы тауар етештереүселәр менән хеҙмәттәшлеген үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
«Берлектәге уңышлы эшмәкәрлегебеҙҙе дауам итергә теләр инек, әлбиттә. Беҙҙең республикала асылған тәүге предприятиеғыҙҙың яҡшы финанс, иҡтисади һөҙөмтәләргә өлгәшеүен беләм», – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
– Беҙҙең республикала бизнесығыҙҙы үҫтерергә теләһәгеҙ, яҡшы, уңайлы эш шарттары булдырырға әҙербеҙ, – тип ышандырҙы Президент Йерун де Гроот әфәндене. Башҡортостанға килеүсе инвесторҙарға ташламалар булдырыу йәһәтенән республикала ҡануниәт яйға һалынды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.
Йерун де Гроот өс аҙна элек Өфө хакимиәтендә «МЕТРО Кэш энд Керри» компанияһының икенсе сауҙа үҙәген төҙөргә ниәтләүен белдергәйне.
Уның һүҙҙәренсә, төҙөлөш өсөн участка ҡаланың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, әле уны рәсмиләштереү процесы бара. «Был процесс тамамланғас та сауҙа үҙәгенең ҡайҙа урынлашыуы хаҡында рәсми рәүештә иғлан итәсәкбеҙ», – тине Гроот әфәнде.