«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Шаһ» булырмы, әллә «Падишаһ»мы?



23.03.2012 «Шаһ» булырмы, әллә «Падишаһ»мы?

2010 йыл аҙағында Рәсәйҙә төбәк башлыҡтарына үҙҙәрен «президент» тип атауҙы тыйған закон кө­сө­нә инде. Төбәк етәкселәренең нисек аталырға тейешлеген урындағы власть үҙе хәл итергә тейеш. Исем һайлауҙа һәр ерҙең, милләттең тарихи үҙенсәлектәре, милли һәм мәҙәни йолалары күҙ уңында тотоласаҡ.
Төбәк башлығын нисек атауҙы власть вәкилдәре 2015 йылдың 1 ғинуарына тиклем хәл итергә тейеш. Респуб­лика халҡына һайлау өсөн тағы өс йыл бар әле. Әлегә Башҡор­тостанды етәкләүсе кеше «республика башлығы» йәки «губернатор» тип йөрөтөлөр, тип фаразлайҙар. Әммә был мәсьәлә бу­йынса аныҡ ҡына ҡарар ҡабул ител­мәгән. Та­рих­сылар, сәйәсмәндәр араһында төрлө тәҡдимдәр индереүселәр бар. Кемдер етәксене «шаһ» йәки «мыр­ҙа» тип күрергә теләй. Башҡа тәҡ­димдәр ҙә индерелә.
Башҡортостанды етәкләгән кешенең нисек аталырға тейешлеге тураһында йәм­ғиәттә, киң матбуғат сараларында фекер алышыуҙар буласаҡ. Шуға ла, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙән тәҡдимдәр көтөп ҡалабыҙ!

Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға