23.03.2012 Боҙҙар шартлай, йылға таша
ҡыштың ҡарһыҙ булыуы һөҙөмтәһендә ҡар һыуының ғәҙәттәгенән түбән булыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта ҡаты һыуыҡтар арҡаһында йылғаларҙағы боҙ ҡатламы норманан юғары.
Белорет районы биләмәһендә Ағиҙел йылғаһында боҙ урыны менән берәр метрға етә – ул Белорет һыу һаҡлағысына һыу барыуҙы тотҡарлай. Уның торошон күҙәтеүҙә тотҡан Белорет металлургия комбинаты белгестәре ҡатай, Шушпа ауылдары янында йылғаны тикшереп, боҙ шартлатыу эштәре үткәреү кәрәклеген асыҡлаған. Был ташҡын осоронда һыу баҫыуҙан ҡотҡарасаҡ. Авария-ҡотҡарыу эштәре буйынса ла күнекмә-уҡыуҙар алып барыла. ҡыҫҡаһы, яҙғы ташҡынды мөмкин тиклем имен, юғалтыу-ҡазаларһыҙ үткәреүгә иҫәп тоталар.