«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфөлә – яңы совет, яңы рәйес



20.03.2012 Өфөлә – яңы совет, яңы рәйес

Өфөлә – яңы совет, яңы рәйес
Ошо көндәрҙә Өфө ҡала советы тәүге ултырышын үткәрҙе. Яңы ҡала советы составына 36 депутат инде. Шуларҙың 18-е партия исемлектәре буйынса һайланған: «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенән – туғыҙ, коммунистарҙан – дүрт, «Ғәҙел Рәсәй»ҙән – өс, ЛДПР-ҙан – икәү. Тағы 18 кеше бер мандатлы округтар буйынса һайланған. Уларҙың күбеһе «Берҙәм Рәсәй» тарафынан тәҡдим ителгән.
Өфө ҡала советы рәйесе итеп Евгений Александрович Семивели­ченко һайланды. Был кандидатураны «Берҙәм Рәсәй» партияһы фракцияһы күрһәтте. ҡала советы рәйесенең ике урынбаҫары буласаҡ – Ирек Ниғмәтуллин һәм Александр Баутский.
Евгений Семивеличенко әлеге ваҡытҡа тиклем «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары вазифаһын биләй. Элегерәк ул Өфө ҡала советы депутаты итеп һайланған булған. Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжын, 2000 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Һөнәре буйынса юрист.
Элекке Өфө ҡала советы башлығы, әле ҡала советы рәйесе урынбаҫарҙарының береһе Ирек Ниғмәтуллин Башҡортостан Рес­пуб­ликаһы Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың «Башҡортостан Рес­публикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә өлөш индергән өсөн» почетлы билдәһенә лайыҡ булды. Награданы яңы ҡала советының беренсе ултырышында БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға