«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу саралары күрелә



16.03.2012 Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу саралары күрелә

Башҡортостан Хөкүмәте бюджет өлкәһендә эш хаҡын күтәреү буйынса саралар планын раҫланы. БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, план өс мөһим ойоштороу мәленә иғтибарҙы йүнәлтә.
Иң беренсе нәүбәттә эш хаҡының күләмен билдәләү, штат расписаниеһын булдырыу һәм хеҙмәт килешеүе төҙөү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү һәм етәкселәргә еткереү күҙ уңында тотола. Бюджет учреждениелары етәкселәре, бухгалтерҙары һәм финанс, кадрҙар һәм юридик хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре өсөн квартал һайын семинарҙар үткәреү планлаштырылған. Йыл дауамында эш хаҡы күләмен билдәләгән ваҡытта учреждение хеҙмәткәрҙәренең һәм етәкселәренең эш хаҡы кимәленең оптималь нисбәте принцибын үтәү буйынса контроль алып барыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға