«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Онлайн-аралашыуҙа – етәксе



16.03.2012 Онлайн-аралашыуҙа – етәксе

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов «Иж­ти­мағи электрон гәзит»тә онлайн-конференцияла ҡатнашты. Бын­да уға байтаҡ темаға ҡағылышлы һорауҙар бирелде. Шуларҙың береһе – инвалид бала ҡарау буйынса пособиеға өҫтәмәләр­ҙе арттырыу тураһында.
– Республикалағы закон буйынса, инвалид балаһы һәм уны тәрбиәләгән бер ҡайҙа ла эшләмәүсе ғаилә ағзаһы булған ғаиләләргә пенсияға 500 һумдан ашыу күләмдәге өҫтәмә түләнергә тейеш. Республика Президенты социаль хеҙмәттәр­ҙән яҡланмаған халыҡ ҡатламына ярҙам сараларын арттырырға ҡушты. Әле эш төркөмө ойошторолоп, унда БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай, Хөкү­мәт, Башҡортостан Президенты Хакимиәте вәкилдәре инәсәк, социаль тәьмин итеүгә бәйле закондарҙы ҡайтанан ҡараясаҡтар. Айырыуса мохтаждарҙы билдәләп, уларға адреслы ярҙамды арттырырға тырышасаҡбыҙ, – тип яуапланы Фидус Ямалетдинов. Инвалид балалар­ҙың киләсәктә лә дарыуҙар менән өҙлөкһөҙ тәьмин ителәсәге билдәләнде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға