16.03.2012 Өс һөйләм менән
Башҡортостанда быйыл халыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү буйынса ведомствоның айырым маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуға бер миллиард 789 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Шуларҙан бер миллиард 294 миллион һумы социаль түләүҙәргә китәсәк. Был хаҡта БР Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы коллегияһының йомғаҡлау ултырышында ведомство башлығы Николай Солодовников хәбәр итте.
РФ Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарары менән Рәсәй Президенты һәм Хөкүмәте стипендияһына лайыҡ булыусы студенттар һәм аспирантарҙың исемлеге раҫланды. Был исемлектә Башҡортостан вуздарынан 51 вәкил бар. Юғары стипендиялар 2012 йылдың ғинуарынан уҡыу йылы аҙағына тиклем түләнәсәк.
Башҡортостандың наркотиктарҙы контрабандалауға ҡаршы көрәш һәм таможня хеҙмәткәрҙәре Тажикстандан беҙҙең республикаға наркотик килтереүсе енәйәтсене ҡулға алған. Ул наркотикты эсенә йотоп сик аша сығарған. Медицина хеҙмәткәрҙәре енәйәтсенең ашҡаҙанынан 127 грамм тартҡан 30 капсуланы алған.
Ғафури районының Сәйетбаба ауылында «Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар» тип аталған конкурс үтте. Был сараны «Сәйетбаба» тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторған. Конкурста әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар йыр-бейеү, шиғыр һөйләү, тапҡырлыҡ һәм аш-һыу әҙерләү буйынса көс һынашҡан.
Башҡортостанда йылылыҡ энергияһы өсөн түләргә ашыҡмаған ойошмалар артҡандан-арта бара. Бөгөн юридик шәхестәрҙең «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар ойошмаһына 2,5 миллиард һум бурысы бар. Йылылыҡ өсөн ваҡытында аҡса түләмәү арҡаһында йыйылған бурысы бер миллион һумдан артҡан ойошмаларҙың исемлеген интернетҡа ла ҡуйғандар.
«Өфө» халыҡ-ара аэропорты хеҙмәттәре менән файҙаланырға теләгән пассажирҙарҙың һаны үткән йылдағыға ҡарағанда 25 процентҡа артҡан. Пассажирҙарҙың артыуы, башлыса, яңы рейстар асыуға бәйле. Әле беҙҙән Вьетнам, Һиндостан һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә осоусылар күп.
Кисә Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтте. Гүзәл заттар өсөн тәҡдим ителгән эш урындары, башлыса, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, ҡунаҡхана, медицина һәм мәғариф өлкәһендә. Сарала бөтәһе 30-ҙан ашыу ойошма һәм предприятие ҡатнашып, үҙенә хеҙмәткәрҙәр һайланы.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.