«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йәштәр фатирға мохтаж



17.03.2012 Йәштәр фатирға мохтаж

Башҡортостанда ҡайһы бер райондар йәш ғаиләләрҙе торлаҡлы итеү өсөн бүленгән аҡсаны файҙаланып бөтмәгән.
Быйыл Башҡортостанда кәмендә 1562 йәш ғаилә үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшырта аласаҡ. Бының өсөн республика бюджетынан 460 миллион һум аҡса бүленә. Федераль бюджет та ситтә ҡалыр­ға йыйынмай − йәштәр өсөн торлаҡҡа 283 миллион һум аҡса бүленәсәк. Был мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғиззәтуллин министрлыҡтың йомғаҡлау коллегия ултырышында еткерҙе.
Яңы ғына ғаилә ҡороп, үҙ аллы йәшәй башлаған йәштәр өсөн торлаҡ мәсьәләһе һәр ваҡыт көнүҙәк. Республикала йәштәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында ҡабул ителгән махсус программа 2003 йылдан эшләп килә. Бөгөн 28975 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сиратта тора. Шуның менән бер рәттән, республиканың ҡайһы бер райондарында программа буйынса бүленгән аҡсаны үҙләштерә алмайҙар. Кәрәкле документтарҙы туплау кеүек мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итмәү арҡаһында бүленгән саралар ҙа ҡулланылмай ҡала.
Ауылда йәшәп, эшләргә теләгән йәштәр өсөн «Ауылдың социаль үҫеше» программаһы буйынса ла торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге бар. Ә ҡалаларҙа торлаҡ мәсьәләһе йәштәр өсөн бик киҫкен тора.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға