«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Судьяларҙың эше йылдан-йыл арта



13.03.2012 Судьяларҙың эше йылдан-йыл арта

Мирауай судьялар, район һәм ҡала судьялары ошо көн­дәр­ҙә уҙған йылғы эш йомғаҡтарын барланы. Унда БР Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, судьяларҙың эшмә­кәр­легенә, граждандарҙың хоҡуҡ­тарын яҡлауҙа уларға ышаныуына, дөйөм алғанда, хоҡуҡи дәүләттең абруйы бәйле.
Судьялар корпусы алдында сығыш яһап, Президент, бөгөн судья вазифаһына һайлап алыу процедураһында асыҡлыҡты тәьмин итергә кәрәк, тип билдәләне. БР Юғары суды рәйесе Михаил Тарасенко белдереүенсә, судта ҡаралған эштәрҙең күбеһе – торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙәге бәхәстәр, иҫерек килеш рулдә ултырған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу һәм төрлө енәйәт эштәре. Гражданлыҡ суд производствоһы буйынса 40 мең эш − торлаҡ бәхәсенә, 30,5 мең эш коммуналь һәм фатир өсөн түләүҙәргә ҡағыла. 30 мең эш эскән килеш автомобиль менән идара итеүгә бәйле. 134 мең кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Уларға 113 миллион һумлыҡ штраф яҙыл­ған. Был сумманың 70 миллион һумы әлегәсә түләтелмәгән. Уҙған йылда судьялар енәйәт эштәрен, 2010 йыл менән сағыштырғанда, аҙыраҡ ҡара­ған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, кеше үлтергән өсөн хөкөм ителеүселәр һаны артҡан. Алты кешегә экстремизм буйынса хөкөм ҡарары сығарылған. Ришүәт алғаны өсөн 41 кеше, ришүәт биргәне өсөн 33 кеше, аралашсы булғаны өсөн ике кеше язаға тарттырылған. Былтыр республика судтарына 1 миллион 200 мең кеше килгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға