«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



13.03.2012 Өс һөйләм менән

Мишкә районында мари халҡының йола байрамы ойошторолдо − улар ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршы алды. Байрамдың төп атрибуты − ҡоймаҡ, был аҙыҡ ҡояшты һынландыра. Тантанаға республиканың Бөрө, ҡариҙел һәм Өфө райондарынан да ҡунаҡтар килде.

16 мартта Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында республика Яҙыусылар союзының сираттан тыш съезы үтә. Унда ижади ойошмаға яңы рәйес һайлау мәсьә­ләһен ҡарарға ниәтләйҙәр. Бөгөн союздың етәксеһе вазифаһын Башҡортостандың халыҡ шағиры ҡәҙим Аралбаев башҡара.

Башҡортостанда муниципаль берәмектәр район тураһында дөйөм мәғлүмәттәр, урындағы социаль-иҡтисади хәл, туристик-рекреацион ресурстарҙың күрһәтелеше тупланған үҙ территорияларының туристик паспорттарын әҙерләй. Ошо документтар ярҙамында республикабыҙҙың туристик паспорты әҙерләнәсәк. Туристик паспорт − төбәкте илдең, донъяның туристик баҙарына сығарыу өсөн мотлаҡ кәрәкле документ.

Өфөнөң Нижегородка микрорайонында ағас йортта янғын сыҡҡан. Яңыраҡ үткән байрам­дар­ҙы билдәләп ултырыусы хужабикә һәм уның ике ҡунағы янып үлгән. Ә йорт хужаһы тере, әммә, нишләптер, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренән йәшеренеп ҡалған.

Өфөнөң Сипайлово микрорайонында бер егет сәскә магазинынан сәскә урлаған. Ул дуҫы менән һатыусынан 51 рауза сәскәһе төрҙөрөп алып, аҡса түләмәйенсә сығып ҡасҡан. Күп тә үтмәй, полиция ҡулына эләккән бур сәскәләрҙе ҡатынына бүләк итергә йыйыныуы тураһында хәбәр иткән, һөйгәненә бик шәп гөлләмә алырлыҡ аҡсаһы булмағанлыҡтан, урлауҙан башҡа юл тапмаған.

Рәсәй банкирҙары Өфөгә һөнәри форумға йыйыласаҡ, 23 − 25 мартта үтәсәк фәнни-ғәмәли конференцияға, банкирҙарҙан тыш, чиновниктар, ғалимдар, күҙәтеү органдары хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҙа киләсәк. Сарала банк эшмәкәрлеген камиллаштырыу, эшҡыуарлыҡ тураһында һөйләшеү буласаҡ. Бындай форум беҙҙең республикала былтыр ҙа ойошторолғайны.

Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө алдынан сыҡҡан «Ауаз» төрөк дәүләт телевидениеһының иртәнге өс сәғәтлек программаһы Башҡортостан Респуб­ликаһына арналды. Унда “ТӨРКСОЙ” халыҡ-ара ойошмаһының Башҡортостандағы вәкиле Әхәт Сәлихов, Төркиәлә йәшәүсе башҡорттар – йырсы Әлфиә Беслер, шағирә Сәриә Вәлиева һәм веб-дизайнер Зилә Хажина ҡатнашты. Башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, милли кухняһы тураһындағы әңгәмә Әлфиә Беслер башҡарыуында башҡорт халыҡ йырҙары менән үрелеп барҙы.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға