«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Милли сәйәсәт концепцияһы әҙерләнә



13.03.2012 Милли сәйәсәт концепцияһы әҙерләнә

Уға һәр граждан үҙ төҙәтмәһен, теләк-тәҡдимен индерә ала
Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Милли татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса совет ҡарары менән БР Фәндәр академияһы сайтында (www.anrb.ru) Башҡортостанда Дәүләт милли сәйәсәт концепцияһы проекты урынлаштырылған. Уны БДУ һәм Фәндәр академияһынан ғалимдар төркөмө әҙерләгән.
Бындай концепция, үҙ аллы сәйәси документ булараҡ, республикала тәүгә эшләнгән. Бөгөн Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡор­тостанда ла, ижтимағи тормош шаҡтай үҙгәрҙе – әкренләп демократия традициялары, кешеләр­ҙең гражданлыҡ аңы, төрлө мәсьә­ләләр буйынса фекерҙәрен ирекле белдереү механизмы нығый. Дәүләт власының асыҡлығы ла артты, халыҡ менән аралашыуының даими формалары ла үҫешә. Милли сәйәсәттә дәүләттең әһәмиәтле роле һаҡлана, шул уҡ ваҡытта этник ойошмаларҙың үҫешенә лә, граждандарҙың әүҙемлегенә лә ярайһы ҙур урын бирелә.
БР Дәүләт милли сәйәсәт концепцияһы проекты халыҡ-ара хоҡуҡи документтарға, федераль һәм республика ҡануниәте нормаларына нигеҙләнә. Концепцияны әҙерләгәндә 1996 йылда ҡабул ителгән Рәсәй Дәүләт милли сәйәсәт концепцияһын әҙерләү тәжрибәһе, шулай уҡ ил төбәктәренең 1998 – 2008 йылдар арауығында ҡабул ителгән оҡшаш документтары (Татарстан, Сыуашстан, Якутия, ҡабарҙы-Балҡар һ.б. ) файҙаланылған. Бынан тыш, үткән йөҙ йыллыҡтың 90-сы йылдарында ҡабул ителгән «Башҡортостан халыҡтары», «Рәсәй Федера­цияһы башҡорттары» дәүләт программалары, ғалимдарыбыҙҙың ғилми эштәре лә иҫәпкә алынған.
Концепция, дөйөм положениеларҙан тыш, һигеҙ бүлектән тора. Бында республикала этник-ара мөнәсәбәттәрҙең ЮНЕСКО тарафынан хупланыуы, ойошмаға ярашлы булыуы билдәләнгән. БР Президенты ҡарамағындағы Милли татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса советтың ултырышында проектҡа өҫтәмәләр ҙә ҡаралған.
Әлеге концепция проекты менән танышып, уның йөкмәткеһенә ҡарата тәҡдим һәм фекер­ҙәрегеҙҙе түбәндәге адрестар буйынса ебәрә алаһығыҙ: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 15-се йорт, 208-се бүлмә йәки orient2006@anrb.ru. Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 272-79-40.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға