«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



06.03.2012 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «2012 йылда Башҡортостан Республикаһында эшләмәгән инвалидтарҙы, күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләрҙе эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү буйынса өҫтәмә саралар республика программаһын раҫлау тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Программа ярҙамында атап үтелгән граждандар категорияһы эшкә урынлашыу һәм үҙҙәренең килемен арттырыу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәргә эйә буласаҡ. Атап әйткәндә, 400 кеше эш урыны менән тәьмин ителергә тейеш.

Кисә республика БР Хөкүмә­тенең элекке вице-премьеры, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Борис Колбин менән бәхилләште. Башҡортостандың үҫешенә ҙур өлөш индергән талантлы етәксе 63-сө йәшендә ҡапыл ғына яҡты донъя менән хушлашты. Борис Колбин менән хушлашырға килгән һәм кем уның һәр эшкә яуаплы ҡарауын, республикабыҙ алдындағы фиҙакәр хеҙмәтен билдәләне, ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

Өфөлә хеҙмәт баҙарындағы хәл көндән-көн ыңғай яҡҡа үҙгәрә, бөгөн Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге базаһында 14300 вакансия бар. Шулай уҡ баш ҡалала эшһеҙлек кимәле һәр аҙна һайын аҫҡа тәгәрәй, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, баш ҡалала 8600 эшһеҙ граждан теркәлгән, уларҙың 7860-ы махсус пособие ала. Эш­һеҙҙәрҙең күпселеге заман талап иткән профессияларға эйә булыу өсөн уҡыуҙарға ла йөрөй.

Республиканың Дүртөйлө ра­йонында законһыҙ рәүештә шыршы һәм ҡарағай ҡырҡыу факт­тары асыҡланған – рөхсәтһеҙ 30 кубометрҙан ашыу ағас ҡырҡыл­ған. Урындағы урман хужалығына килтерелгән матди зыян – 228 мең һум тирәһе. Законһыҙ рәүештә урман ҡырҡыусының кем икәнлеге асыҡланған һәм уға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Март айында Эш­ҡы­уарҙар союзының Өфөләге ҡабул итеү бүлмәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса бушлай дүрт консультация ойоштороласаҡ. Был саралар эшҡыуарҙарҙың юридик белемен арттырыу маҡсатында үткәрелә. Яңы эш башлау, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ объекттарын дөрөҫ һаҡлау буйынса консультациялар алырға теләһәгеҙ, 8(347)241-47-44 номеры буйынса шылтыратып, алдан теркәлергә кәрәк.

Республикабыҙ ҡатын-ҡыҙ­ҙарының күпселеге ҡунаҡхана һәм ресторан бизнесында, дауаханаларҙа, социаль хеҙмәт күрһәтеү урындарында, мәғариф өлкәһендә, сауҙала эшләй. Шуныһы аптыратырлыҡ – автотранспорт саралары, мотоциклдар, көнкүреш әйбер­ҙәрен ремонтлау предприятиеларында ла тап гүзәл заттар күпселекте тәшкил итә. Әлеге мәғлүмәттәрҙе “Башҡортостанстат” хәбәр итә.

Өфөлә Рәсәй, ҡытай, ҡыр­ғыҙстан, ҡаҙағстан, Үзбәк­стандың таможня органдары вәкилдәре ҡатнашлығында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы йүнәлеше буйынса бер юлы ике сара үткәрелде. Сарала халыҡ-ара автомобиль хәрәкәте өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу кеүек мөһим мәсьә­ләләр ҡаралды. Шулай уҡ таможня органдарында эшләү өсөн кадр­ҙар әҙерләү проблемаһы ла ентекле тикшерелде.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға