«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан делегацияһы – Алжирҙа



06.03.2012 Башҡортостан делегацияһы – Алжирҙа

Башҡортостандың эшлекле даирәһе делегацияһы II халыҡ-ара нефть-газ күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн Алжир Республикаһына юлланды. Эш сәфәре 5 марттан 13 мартҡа тиклем дауам итәсәк.
Делегацияны БР сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Хәлил Рәхимов етәкләй. Күргәҙмәлә ҡатнашыуҙан тыш, эш сәфәренең программаһында Рәсәйҙең Алжирҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле менән осрашыу, был илдең дәүләт компаниялары етәкселәре, Энергетика министрлығы вәкилдәре менән эшлекле бәйләнештәр булдырыу ҙа ҡаралған.
БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Павел Бармин әйтеүенсә, сәфәрҙең төп маҡсаты – геологик разведкалау, нефть һәм газ сығарыу өлкәһендә, белгестәр әҙерләүҙә Башҡортостан предприятиеларының компетенцияһын күрһәтеү.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға