06.03.2012 Донъя яңылыҡтары
Американы торнадо емерә
АҡШ-та торнадо арҡаһында 37 кеше һәләк булған.
Индиана, Кентукки, Алабама, Джорджия һәм Огайо штаттары буйлап яҡынса алтмыш торнадо үткән.
Биш меңдән ашыу халҡы булған Мэрисвилл һәм Челси ҡалаларында бик күп бина емерелгән. Алабама ҡалаһында үтә хәүефле енәйәтселәр ултырған төрмәнең ике корпусын дауыл осорған. Әммә бер тотҡон да ҡасырға маташмаған.
АҡШ-та бындай тәбиғәт ғәрәсәттәре даими булып тора. Былтырғы дауыл арҡаһында унда 550 кеше яҡты донъянан киткән.
Кемдең кәртәһе бейегерәк?
Токиола донъялағы иң ҙур телебашня төҙөлгән.
«Күк ағасы» тип аталған ҡоролманың бейеклеге − 634 метр. Был ҡытайҙың Гуанчжоу ҡалаһындағы телевышканан 34 метрға оҙонораҡ. Ул апрелдә эшләй башлаясаҡ.
«Күк ағасы» 2008 йылда төҙөлә башлаған, төҙөлөштә 580 мең кеше ҡатнашҡан. Хаҡы 812 миллион долларға төшкән. Ә донъялағы иң бейек ҡоролма булып Дубайҙағы Хәлиф бурджы һанала.
Тимер юл фажиғәһе
Шәмбенән йәкшәмбегә ҡараған төндә Польшала «Варшава − Краков» һәм «Пшемысль – Варшава» пассажир поездары бәрелешкән.
Уларҙың ни сәбәптән бер юлда булыуы әлегә билдәһеҙ. Ике составта 350 кеше булған. Фажиғә һөҙөмтәһендә алтмышҡа яҡын кеше яраланған, 16-һы йән биргән. Рәсми мәғлүмәт сығанағынан хәбәр итеүҙәренсә, унда Рәсәй граждандары юҡ. Польша Президенты Бронислав Коморовский илдә ике көнлөк матәм иғлан иткән. Әлеге мәлдә фажиғә урынында тәфтишселәр эшләй.
2700 йылға төрмәгә?!
Италияның Гроссето ҡалаһында «Коста Конкордия» лайнеры фажиғәһе буйынса суд ултырышы уҙған.
Унда ҡатнашырға теләүселәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, ул театр бинаһында үткәрелгән. Судҡа бөтәһе биш йөҙгә яҡын кеше килгән, улар – фажиғәнән имен ҡотолған пассажирҙар, һәләк булыусыларҙың туғандары, юристар һәм эксперттар. Ә төп ғәйепләнеүсе – капитан Франческо Скеттино ултырышҡа килмәгән. Ул әлеге мәлдә Неаполдә йорт һағы аҫтында ултыра.
Тикшереүселәр әйтеүенсә, Франческо Скеттино ни эшләптер лайнерҙы ярға бик яҡын алып килгән. Һөҙөмтәлә дүрт меңдән ашыу пассажиры булған «Коста Конкордия» рифҡа барып бәрелеп, бата башлай. Капитан иң беренсе булып һәләк булыусы судноны ташлап китә. Италия прокуратураһы капитанды 2700 йылға иркенән мәхрүм итмәксе.
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.