«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Путин халыҡҡа рәхмәт әйтте



06.03.2012 Путин халыҡҡа рәхмәт әйтте

Путин халыҡҡа рәхмәт әйтте
Владимир Путиндың һайлауҙа еңеүен халыҡ Мәскәүҙә Манеж майҙанында йәкшәмбе төнөндә үк билдәләне. Бында ил башлығы Дмитрий Медведев менән Пре­зидент һайлауының лидеры Владимир Путин да килде.
Дмитрий Медведев, тәүге һүҙҙе алып, бөгөн көндөң матур булыуын, был еңеүҙең барыһына ла кәрәклеген белдерҙе.
Владимир Путин, күҙҙәре йәшләнеп, һайлауҙа ҡатнашҡан бөтә Рәсәй халҡына, ғөмүмән, үҙен яҡлаған һәммәһенә рәхмәт белдер­ҙе:
– Беҙ еңдек! Беҙ асыҡ һәм намыҫлы һайлауҙа еңдек. Был – Рәсәй Президентын ғына һайлау түгел, ә халҡыбыҙға сәйәси өлгөргәнлеккә, үҙаллылыҡҡа, бойондороҡһоҙлоҡҡа һынау булды. Беҙгә бер кем дә бер нәмәне лә көсләп таға алмаҫын күрһәттек. Беҙҙең халыҡ яңырыштарға теләкте Рәсәй дәүләтен емереү, власты хоҡуҡһыҙ тартып алыу маҡсатын ҡуйған сәйәси провокациянан айыра белеүен, беҙҙең ерҙә бындай сценарийҙар­ҙың килеп сыҡмауын күрһәтте.
Беҙ көсөргәнешле һәм намыҫлы эшләйәсәкбеҙ. Уңыштарға өлгәшәсәкбеҙ. Һәм беҙ халҡыбыҙ мәнфәғәттәре тирәләй тупланыр­ға саҡырабыҙ! Мин һеҙгә еңергә вәғәҙә биргәйнемме? Беҙ еңдек! Рәсәйгә дан!
ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Манеж майҙанына 110 меңләп халыҡ йыйылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға