«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Хөкүмәт былтыр нисек эшләгән?



02.03.2012 Хөкүмәт былтыр нисек эшләгән?

Республика Хөкүмәтенең 2011 йыл эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында Башҡортостан Прези­денты Рөстәм Хәмитов отчет доклады менән БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың 49-сы ултырышын асты.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, Хөкүмәттең барлыҡ эшмәкәрлеге граждандарҙың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Алда торған иң ҙур бурыстарҙың береһе – халыҡты эш менән тәьмин итеү. Эшһеҙлек кимәле, үкенескә күрә, һаман юғары ҡала килә. Мәшғүллек үҙәктәренең эшен дә яҡшыртаһы бар. Әйткәндәй, эшһеҙлекте кәметеүгә республикала әле ғәмәлгә ашырылған «Стартҡа хоҡуҡ» («Право на старт») проекты ла булышлыҡ итәсәк.
Рөстәм Хәмитов, былтыр республикала иҡтисади көрсөк эҙемтәләрен тулыһынса бөтөрөүгә өлгәшелде, тине. Беҙҙәге эске тулайым продукт (ВВП) 10 процент­ҡа артып, Рәсәйҙә иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе иҫәпләнә. Ул 980 миллиард һум тәшкил итә. Бөгөн республикала 40-лап инвестиция проекты бойомға ашырылыуын да әйтеп үтергә кәрәк.
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары өсөнсө уҡыуҙа «Башҡортостан Республи­каһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында» һәм «Башҡортостан Республика­һының Контроль-иҫәп палатаһы тураһында» республика закондары проекттарын ҡараны.
Икенсе уҡыуҙа биш республика закон проекты, шул иҫәптән «Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында»ғы закон проекты тикшерелде. Әйткәндәй, быға оҡшаш закон проекттары әлеге ваҡытта Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә тиерлек тикшерелә. Тағы ла парламентарийҙар «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡараны.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға