«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан Президенты ил Хөкүмәте башлығы менән осрашты



02.03.2012 Башҡортостан Президенты ил Хөкүмәте башлығы менән осрашты

Башҡортостан Президенты ил Хөкүмәте башлығы менән осрашты
Владимир Путин менән Рөстәм Хәмитов республиканың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре хаҡында һөйләште. Һүҙ, башлыса, аграр сектор үҫеше, ужым культураларының торошо, ауыл хужалығын субсидиялау хаҡында барҙы.
РФ Хөкүмәте Премьер-министры Башҡортостандағы хәл-торошто ыңғай баһаланы.
Ил буйынса сәнәғәт етештереүе үҫеше 4,7 процент тәшкил итһә, Башҡортос­танда был күрһәткес туғыҙ процентҡа тиң. Путин белдереүенсә, был бик яҡшы.
Үҫеш ауыл хужалығында ла, торлаҡ төҙөлөшөндә лә, социаль тармаҡтың ҡайһы бер өлөшөндә лә бар. Хөкүмәт башлығы Рөстәм Хәмитовтан алдағы көндәргә күҙаллауҙары хаҡында ла белеште.
«Ысынлап та, беҙ 2011 йылды ярайһы уҡ яҡшы күрһәткестәр менән тамамланыҡ, 2012 йылды ла шулай уҡ дауам итербеҙ тип уйлайым, − тине Башҡортостан Президенты. – Бының өсөн мөмкинлектәр бар, предприятиелар ҙа эшләй, финанс йәһәтенән запас­тар ҙа яҡшы. Ғинуарҙа һалымдар ҙа, былтырғы менән сағыштырғанда, 20 процентҡа күберәк йыйыл­ған. Сәсеү алдынан да үҙебеҙҙе ышаныслы тоябыҙ – эштәрҙе ваҡытында һәм сифатлы ойоштороп тамамларға бөтә кәрәкле ресурс тупланған. Үкенескә күрә, ҡар әҙерәк, ужым өсөн борсолабыҙ».
Әйткәндәй, Президент һүҙҙәренсә, аграрийҙарға ауыл хужалығы машиналары, ҡорамалдар һатып алыу өсөн өҫтәмә аҡса бирелгән, тапшырылған һәр литр һөткә 1,8 һум өҫтәп түләнгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға