«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында ғына йырып сығып буласаҡ



28.02.2012 Киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында ғына йырып сығып буласаҡ

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә медицина хеҙмәткәрҙәренең йыйылышы үтте. Унда республикала Медицина йәмәғәт ойошмалары лигаһын булдырыу мәсьәләһе көн тәртибенә ҡуйылды, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр күтәрелде.
Рөстәм Зәки улы күп идара итеү ысулдарының уйланып етелмәгән булыуын иҫкә төшөрҙө, коррупцияның көсәйеүен билдәләп үтте.
– Коррупция ҙур проблема булып тора. Йыш ҡына төрлө процедураларға, шприцтарға, канцелярия тауарҙарына аҡса һорайҙар. Пациенттарҙы йыш ҡына тейешле дарыуханаларға ебәрәләр, ә унда дарыуҙар ҡиммәтерәк булып сыға. Табиптарҙың эш хаҡы түбән булыуын аңлайым, әлбиттә. Әммә бындай «һалым»дарға дусар булған кешеләр ҙә олигарх түгел, – тине ул.
Президент, йыйылып киткән был проблемаларҙы киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында ғына йырып сығып буласаҡ, тигән фекер белдерҙе һәм идара итеүсе компаниялар эшмәкәрлегенә контроллек итергә тейешле йорт комитеттарын миҫалға килтерҙе.
Рөстәм Зәки улы медицина хеҙмәткәрҙәре алдына аныҡ бурыс­тар ҡуйҙы һәм: «Һәр беребеҙҙең аҡыллы табип менән осрашҡаны барҙыр. Ул дарыуҙар биреп кенә ҡалмай, ә кешегә үҙ-үҙенә һәм тирә-яҡтағыларға ниндәй мөнәсәбәттә булырға тейешлеген, һаулығын һаҡларға өйрәтә. Был – табиптың үҙенсәлекле сифаты», – тип табиптарҙы үҙҙәренең эшенә яуаплы ҡарарға саҡырҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға