«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ



28.02.2012 Беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ

Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Мәскәүҙең «Луж­ники» стадионына 130 меңләгән кеше йыйылды. РФ Хөкүмәте Премьер-министрына теләктәшлек белдереп, илдең 80 төбәгенән делегаттар килде.
Беҙҙең республика бындай акцияларҙан ситтә ҡала буламы?! 200-ләп кеше ихлас күңелдән Мәскәүгә юлланды. Улар араһында йәмәғәт эшмәкәрҙәре, студенттар, йәштәр лидерҙары бар ине. Шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, власть партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов, «Йәш гвардия» активистары ла Рәсәй буйынса йыйылған халыҡ араһында булды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға