«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Владимир Путин: "Көслө булырға: Рәсәй милли хәүефһеҙлеге гарантиялары"



24.02.2012 Владимир Путин: "Көслө булырға: Рәсәй милли хәүефһеҙлеге гарантиялары"

РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир ПутинДЫҢ сираттағы мәҡәләһен оборона, ҡоралландырыуға арнауы осраҡлы түгел. Һуңғы ваҡытта был юҫыҡта арыу ғына үҙгәрештәр ҙә күҙаллана. Путин киләсәктә Рәсәй армияһына ниндәй ҡорал талап ителеүе, ватан оборона-сәнәғәт комплексының артабанғы бу­рыс­тары, фәнни-техник прогресс һ.б. тураһында ентекле бәйән итә.

“ҡоралланыу тигәндән, тәү сиратта илдәрҙең йыһан киңлектәрендә, мәғлүмәти, улай ғына ла түгел, ә “кибер киң­лектәр”ҙәге көрәше күҙ уңында тотола. Был – яҡын киләсәктә. Артабан инде ҡоралдың нурлы, геофизик, тулҡынлы, генлы, психофизик төрҙәре хаҡында һүҙ барасаҡ, – тип яҙа Путин. – Беҙҙең күҙ алдында тиерлек төбәктәрҙә яңынан-яңы һуғыштар ҡубып ҡына тора. Ил эсендә конфликт булдырыу ҙа, Рәсәй сигенән алыҫ түгел дәүләттәрҙә маҡсатлы болалар тыуҙырыу ҙа күҙәтелә. Рәсәй был шарттарҙа дипломатик һәм иҡтисади алымдарға ғына ышана алмай. Ил алдында хәрби потенциалды үҫтереү бурысы тора. Ә ҡораллы Көстәр, махсус хеҙмәттәр, башҡа көс структуралары һөҙөмтәле һәм тиҙ арала яуап биреү өсөн һәр төрлө сараларға әҙер булырға тейеш. Беҙ шулай уҡ союздаштар менән коллектив хәүефһеҙлек тураһында килешеү ойоштороу мөмкинлеген нығытырға ла тейешбеҙ. Ил алдында ҡораллы Көстәрҙе, атом һәм йыһан сәнәғәтен, хәрби белем биреүҙе, хәрби фәнде, ошо юҫыҡта тикшеренеү программаларын динамикалы рәүештә үҫтереү мотлаҡ”.
Владимир Путин артабан Рәсәй армияһының ниндәй хәл-торошта булыуын, уны ҡеүәтләндереү өсөн бөгөн ниндәй маҡсаттар һәм бурыстар ҡуйылыуын бәйән итә. Беренсе сиратта яңы армия төҙөү кәрәклеген белдерә. Уның мобиль һәм һәр ваҡыт хәрби әҙерлектә булыуы мотлаҡ. Был юҫыҡта реформа бара ла инде. Беҙҙең әрме кәрәкмәгән функцияларҙан – хужалыҡ, көнкүреш һ.б. – арына. Һалдат һәм офицерҙар үҙҙәренең туранан-тура бурысы – хәрби әҙерлек һәм уҡыу менән шөғөлләнергә тейеш.
Владимир Владимирович белдереүенсә, бөгөн ҡораллы Көстәрҙә идара итеү органдары ике тапҡырға ҡыҫҡартылған. Дүрт эреләтелгән хәрби округ барлыҡҡа килгән – Көнбайыш, Көньяҡ, Үҙәк һәм Көнсығыш. Уларға Хәрби-һауа көстәре (ВВС), Һауаға ҡаршы оборона (ПВО), флоттар беркетелгән. Былтыр беренсе декабрҙә яңы ғәскәр – Һауа-йыһан оборонаһы хәрби дежурлығын башланы.
Хәрби-һауа көстәрендә ҡеүәтле инфраструктуралы ете ҙур авиация базаһы барлыҡҡа килде. Аэродромдар селтәре яңыртыла. Һуңғы дүрт йылда (20 йыл эсендә тәүге тапҡыр) 28 аэродром капиталь ремонтланды, тағы ла 12 хәрби аэродром ағымдағы йылда төҙөкләндереләсәк.
“Беҙ ракета һөжүмен иҫкәртеү системалары мөмкинлектәрен киңәйттек, – тип дауам ителә мәҡәләлә. – Ленинград, Калининград өлкәләрендә, Армавирҙа күҙәтеү станциялары сафҡа индерелде, Иркутскиҙа тәжрибәләр алып барыла. Һауа-йыһан оборонаһының барлыҡ бригадалары ла заманса йыһазландырылған. Яңы проект буйынса эшләнгән һыу аҫты ракеталары ла әҙерлектә.
Алдағы ун йыллыҡ күҙаллауҙарына килгәндә, беҙ дәүләт хәүеф­һеҙлеген тәьмин итеүсе армияны һәм флотты ҡабаттан масштаблы ҡоралландырыуға тотондоҡ. Бында ядро көстәре, һауа-йыһан оборонаһы, элемтә системалары, разведка, идара, радиоэлектрон көрәш, “пилот­һыҙ ракеталар” (”беспилотник”) робот комплекстары, заманса авиация, хәрбиҙең яу яланында һаҡланыу системаһы өҫтөнлөклө һанала. Шулай уҡ беҙҙең бурыс – төньяҡта һәм Алыҫ Көнсығышта океан хәрби-диңгеҙ флотын тергеҙеү. Алдағы тиҫтә йылда ғәскәрҙәргә 400-ҙән ашыу заманса континент-ара баллистик ер өҫтө һәм диңгеҙ ракетаһы, һигеҙ һыу аҫты крейсеры, 20-ләгән күп маҡсатлы һыу аҫты кәмәһе, 50-нән ашыу карап, 100-ләп йыһан аппараты, 600-ҙән артығыраҡ яңыса эшләнгән самолет, 1000-ләгән вертолет тапшырыласаҡ. Ошо­лар рәтендә тағы ла С – 400 ракета-зенит системаһының 28 полк комплекты, 38 “Витязь”, тиҫтәләп ”Искәндәр – М” ракета комплекттары, заманса танкылар, артиллерия комплекстары, хәрби автомобиль техникаһы бар. 2020 йылға ғәскәрҙәрҙә яңы ҡорал 70 проценттан да кәм булмаясаҡ”.
Владимир Путин беҙҙең яңы әрменең социаль йөҙө хаҡында ла онотмай. Уныңса, ғәскәрҙәр­ҙә белемле, әҙерлекле, ҡоралланыуҙың иң алдынғы системалары менән эш итә белеүселәр булырға тейеш. Ошоноң менән бер рәттән, хәрби хеҙмәткәр­ҙәргә социаль гарантияларҙың тулы пакеты тәҡдим ителә. Был – һаулыҡ һаҡлау хеҙмәте, шифахана-курортта дауаланыу, ла­йыҡлы хеҙмәт хаҡы һәм пенсия, хеҙмәттән киткәс тә эшкә урынлашыу мөмкинлеге. Быйыл йыл башынан хәрбиҙәргә эш хаҡының өс тапҡыр артыуын да иҫәпкә алһаҡ, Премьер-министр әйтеүенсә, алдан билдәләнгән маҡсаттарҙың бойомға аша барғанын күрергә мөмкин. Хәрбиҙәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса ла күҙаллау­ҙар оптимистарса – 2012 – 2013 йылға граждандарҙың был төркөмөнә тулыһынса даими торлаҡ биреү мотлаҡ, тигән маҡсат бар. Хәрби ҡаласыҡтар яҙмышы ла ыңғай хәл ителеү өҫтөндә.
Бөгөн армияла 220 мең офицер, 186 мең һалдат һәм сержант хеҙмәт итә. Алдағы биш йылда йыл һайын 50-шәр мең контрактсы алыу күҙаллана. Һайлап алыу иһә үтә лә етди барасаҡ. Хәрби көстәрҙең Милли резервы хаҡында ла һүҙ алып барырға ваҡыт.
Владимир Путин казактар ҡатламы тураһында ла әйтә. ”Дәүләттең бурысы – казактарға һәр яҡлап булышлыҡ итеү, улар­ҙы йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреүгә һәм хәрби хеҙмәткә йәлеп итеү”, – ти ул.
Рәсәйҙең ғорурлығы иҫәпләнгән оборона-сәнәғәт комплексының (ОПК) проблемалары хаҡында ла әйтеп үтмәү дөрөҫ булмаҫ. Был тәңгәлдә модернизация циклынан ярайһы ғына ҡалышыу бар. Мәҡәлә авторы белдереүенсә, оборона-сәнәғәт комплексының йәш белгестәрен, техник вуздар студенттарын Рәсәйҙең һәм донъяның алдын­ғы лабораторияларына, институт һәм заводтарына йүнәлтмә буйынса практикаға ебәреү тураһында ла уйларға кәрәк.
”Беҙ бер ваҡытта ла дәүләттең һәм армияның һуғышҡа әҙер булмауы арҡаһында ғәләмәт ҙур юғалтыуҙарға, тәү сиратта кешене юғалтыуға килтергән 1941 йыл фажиғәһе ҡабатланыуына юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ”, – тип тамамлана мәҡәлә.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға