«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Беҙ – беренсе



24.02.2012 Беҙ – беренсе

РФ Президентын һайлауҙың тура трансляцияла барасағы тураһында яҙғайныҡ инде. Башҡортостанда барлығы 3509 һайлау участкаһы эшләйәсәк, шуларҙың 3467-һе веб-камералар менән йыһазландырылды. Ә бына 42 һайлау участкаһында, һайлаусылар ваҡытлыса булған урындарҙа – дауаханаларҙа, тикшереү изоляторҙарында – улар ҡуйылмай.
Рәсәйҙә барлығы 91 мең һайлау участкаһында күҙәтеү камералары эшләйәсәк. Әйткәндәй, тура эфир РФ һәм БР Үҙәк һайлау комиссиялары сайттарында, шулай уҡ www.webvybory2012.ru. адресы буйынса барасаҡ.
Веб-камераларҙы урынлаштырыу эшенә “Башинформсвязь” йәмғиәтенең бөтә персоналы тиерлек йәлеп ителгән. Бөгөн алда торған бурыс тулыһынса атҡарылды, тип хәбәр итте уның генераль директоры Рөстәм Сафиев.
Һәр һайлау участкаһында икешәр видеокүҙәтеү камераһы ҡуйылған. Уларҙың береһе һайлау участкаһы залын, бюллетень биреү өҫтәлен күҙәтһә, икенсеһе тауыш биргәс, бюллетень төшөрә торған урнаны контролләй. Әйткәндәй, был йәшниктәрҙең Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта үтә күренмәле буласағы хаҡында ла хәбәр иткәйнек.
Баш ҡаланың сәнғәт училищеһы бинаһында урынлашҡан 106-сы һайлау участкаһында веб-камераларҙың әҙерлеге күрһәтелде. Уның нисек эшләүе хаҡында журналистарға республика Үҙәк һайлау комиссияһы, “Башинформсвязь” йәмғиәте етәкселеге ентекле һөйләне һәм әлеге участка комиссияһы рәйесе Надежда Старцева тауыш биреүсе роленә инеп, аппаратураның эшен, йәғни нимәне төшөрөүен ҡарарға мөмкинлек бирҙе. Ошонда уҡ урынлаштырылған компьютер мониторынан барыһы ла ап-асыҡ күренде.
Башҡортостан тауыш биреү хоҡуғына эйә граждандар иҫәбе буйынса Рәсәйҙә етенсе урында тора. Беҙҙә 3 039 061 кеше һайларға килергә тейеш. БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев белдереүенсә, республикала Президент һайлауҙан тыш, муниципаль (ҡала, район, ауыл советтарына) һайлауҙар ҙа үтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға