24.02.2012 Ватан һаҡсыһына ихтирам көнө
Баш ҡаланың Конгресс-холында Ватан һаҡсылары көнөнә арналған тантана уҙҙы. Унда БР Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, республиканың дәүләт органдары вәкилдәре, Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби конфликттар ветерандары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, хәрби уҡыу учреждениелары курсанттары, хәрби-патриотик клубтарҙа тәрбиәләнеүселәр ҡатнашты.
– Был көн оло быуын кешеләренең батырлығына баш эйеү, ихтирам, илебеҙҙе һаҡлаусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдереү көнө, – тине, һүҙ алып, Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостан халҡы Рәсәйгә һәр ваҡыт тоғро хеҙмәт иткән. Быйыл илебеҙ 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығын билдәләй. Беҙ «төньяҡ амурҙары» хаҡында ла яҡшы хәбәрҙарбыҙ. Улар үҙ ҡыйыулығы менән француздарҙы таң ҡалдырған. Һәр заманда ла шулай булған. Бөгөн дә илгә көслө, хәрби әҙерлекле армия кәрәк.
Әйткәндәй, Башҡортостан егеттәрен һәр хәрби часта көтөп алалар. Бөгөн беҙҙең 13 меңләгән йәш һалдатыбыҙ лайыҡлы хеҙмәт итә. Контракт буйынса ла туғыҙ меңдән ашыу кеше хеҙмәткә алынған. Былтыр Үҙәк хәрби округтың 29 субъекты араһынан әрмегә саҡырыуҙы ойоштороу буйынса Башҡортостандың Хәрби комиссариаты иң яҡшыһы тип табылған.
Республика эҙәрмәндәре тураһында ла әйтмәй үтеү яҙыҡ булыр. БР Президенты һүҙҙәренсә, һуңғы тиҫтә йылда улар 50-ләп экспедиция ойошторған, 900-ҙән ашыу һалдат һәм офицерҙың һөлдәһе ҡалдыҡтарын тапҡан. Архивта эшләп, хәбәрһеҙ юғалған өс меңдән ашыу хәрбиҙең яҙмышын асыҡлауға өлгәшкән. Әлбиттә, был көндө йылдан-йыл һирәгәйә барған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла онотолмай.
Республиканың Хәрби комиссары Анатолий Балтинский билдәләүенсә, беҙҙә һәр ғаилә тиерлек армия менән бәйле – кемдер хеҙмәт иткән, кемдер фронтта һәләк булған.